Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Пятница, 17.01.2020, 17:28
Приветствую Вас Гость | RSS

Сайт МБОУ СОШ с.Большеабишево

Включить версию для слабовидящих
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 44
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

 

Грипп- ҡурҡыныс, тиҙ таралыусан ауырыу. Бағыныуға ҡарағанда уны йоҡтормау сараларын күрергә кәрәк. Саф һауала йышыраҡ йөрөү, көн режимын һаҡлау, дөрөҫ туҡланыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен һаҡлау был ауырыуҙың һеҙгә йоғоуын әҙәйтә. Ошо осорҙа ҡулды йыш һабынлап йыуырға, емештәр, йәшелсәләрҙе куберәк ҡулланырға, таҙа һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Был ауырыу һеҙгә эләкһә мәктәпкә йөрөмәҫкә, табипҡа мөрәжәғәт итергә, дауаланырға кәрәк.  

... Читать дальше »

Просмотров: 3 | Добавил: ilmir | Дата: 15.01.2020 | Комментарии (0)

11 ғинуар  яҡташыбыҙ мәғариф министры урынбаҫары Сурин Артур Шәйхитдин улының иҫтәлегенә арналған хоккей буйынса  ярыш үтте. Был сараға уның тормош иптәше яҙыусы Сәруәр Сурина килде. 4 команда араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Буребайҙан килгән хоккей командаһы 1 урын яуланы. Әбеш хоккей командаһы 2 урынға сыҡты.Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

... Читать дальше »

Просмотров: 3 | Добавил: ilmir | Дата: 14.01.2020 | Комментарии (0)

7 ғинуар уҡытыусы Байгильдин Солтан Йосоп улының яҡты иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саңғы ярышы уҙғарылды. Ярышта райондың ауылдарынан да спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Ярыш бик ҡыҙыу булды.Тарих уҡытыусыһы Венера Тимерйән ҡыҙы 45 йәшкә тиклем ярышыусылар араһында 1 урын яуланы. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Шәйхислам ҡыҙы 45 йәштән өлкәндәр араһында 1 урынға сыҡты. Беренсе класс уҡыусыһы Хакимов Искәндәр үҙҙәренең йәштәштәре араһында 1 урынды биләне.Ҡыҙҙар араһында Әбделмәнова Луиза еңеүгә өлгәште.Ҙур еңеүгә өлгәшкән Әбделмәнов Айсарҙы,Әбдәлмәнов Хөсәйенде ҡотлайбыҙ.Бөтә еңеүселәргә грамоталар, бүләктәр тапшырылды.

... Читать дальше »

Просмотров: 3 | Добавил: ilmir | Дата: 14.01.2020 | Комментарии (0)

Ҡышҡы каникул ваҡытында уҡыусылар бик файҙалы үткәрҙе. Тауҙан сана ла,саңғы ла шыуыу, урманға экскурсиялар,күңелле старттар, саңғы һәм хоккей ярыштары уҙғарылды. 6 ғинуар башланғыс класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре өсөн “ Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” тигән эстафета үтте. Алты ғаиләнән алты  команда  төҙөлдө. Ярыш бик күңелле һәм сәмле уҙҙы.Әбделмәнов Факил Сәғәдәт улының ғаиләһе 1 урын биләне. Еңеүселәргә грамоталар, бүләктәр тапшырылды. Был байрамда бер генә лә ғаилә бүләкһеҙ ҡалманы . Ҡатнашыусылар дәртләнеп , ҡыуанып таралыштылар. Ошондай ярыштарҙың йышыраҡ үтеүҙәрен теләнеләр.

... Читать дальше »

Просмотров: 6 | Добавил: ilmir | Дата: 14.01.2020 | Комментарии (0)

Беҙҙең мәктәптә Яңы йыл кисәһе бик матур үтте. 9 класс уҡыусылары был сараға етди әҙерләнгәндәр. Класс етәксеһе Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙы етәкселегендә Яңы тамашаһы юғары кимәлдә үтте.Уҡыусылар үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар.25 ғинуар балалар баҡсаһы балалары өсөн Яңы йыл тамашаһы уҙғарылды. Кескәйҙәр байрамдан ҡыуанып таралыштылар.26 ғинуар сәғәт 11-ҙән башланғыс  кластар өсөн Яңы йыл кисәһе үтте.Уҡыусылар матур бейеүҙәр, йырҙар әҙерләгәндәр. Маскарад костюмы конкурсында 3 класс уҡыусыһы Байгильдин Искәндәр 1 урын яуланы. Өс башлы сысҡандар батшаһы костюмен әҙерләүе бик күп көс талап иткәндер.Һәр класта һүрәттәр,плакаттар, класс кабинеттарын биҙәү,ҡул эштәре буйынса конкурстар үтте.Уҡыусылар был конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. 5-8 класс уҡыусылары Яңы йылға театрылаштырылған тамаша күрһәттеләр.Маскарад костюмдары конкурсында 1 урынды 5 класс уҡыусыл ... Читать дальше »

Просмотров: 7 | Добавил: ilmir | Дата: 14.01.2020 | Комментарии (0)

 В нашей школе с 09.12 по 13.12.2019 года прошла неделя русского языка и литературы. При проведении Недели учителя учитывали возрастные особенности школьников, их интересы и пожелания, индивидуальные склонности и способности, старались использовать разные формы и методы учебной деятельности, удачно сочетали коллективные и индивидуальные формы работы с опорой на дифференциацию. Для активизации мыслительной деятельности на мероприятиях использовались игры, конкурсы с применением ИКТ.

Все мероприятия Недели были призваны стимулировать творческую активность учащихся. В ней приняли участие ученики 5-9 классов. Для учащихся 5-6 классов была проведена игра «Тайны русского языка». Для учеников 7-9 классов ... Читать дальше »

Просмотров: 2 | Добавил: ilmir | Дата: 14.01.2020 | Комментарии (0)

«Утверждаю»

Директор МБОУ СОШ с. Большеабишево

_________________________

Нигматуллин Р.В.

 

... Читать дальше »

Просмотров: 12 | Добавил: ilmir | Дата: 28.12.2019 | Комментарии (0)

18 ноябрҙан 22 ноябрға тиклем мәктәптә информатика аҙналығы үтте.

” Хәүефһеҙ Интернет” темаһына уҡыусылар видеороликтар, презентациялар, рекламалар эшләнеләр. Информатика фәне буйынса төрлө кроссвордтар, викториналар үткәрелде. Стенгазета сығарҙылар. Был аҙналыҡ барышында уҡыусылар бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдылар. Информатика уҡытыусыһы Ильмир Йомағужа улы бик ҡыҙыҡлы, күңелле итеп аҙналыҡты йомғаҡлау кисәһе менән тамамлап ҡуйҙы.

... Читать дальше »

Просмотров: 6 | Добавил: ilmir | Дата: 23.12.2019 | Комментарии (0)

1 2 3 ... 28 29 »
Поиск
Календарь
«  Январь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Copyright MyCorp © 2020
Конструктор сайтов - uCoz